Бүздәк районының Бүздәк ауылындағы ял һәм спорт паркында «Торлаҡ һәм ҡала мөхите милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса төҙөкләндереү эшене бара.
Йүгереү һәм йәйәүлеләр юлдары, баскетбол һәм волейбол майҙансыҡтары, балалар уйын комплексын сафҡа индереү ғәмәлдәрен башҡаралар. Бынан тыш, бында «Спорт – йәшәү нормаһы» төбәк проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған ГТО комплексын булдырыу өсөн тренажёрҙар монтажлау ҙа башланған.
Балалар өсөн һәм спорт ҡорамалдары урынлаштырып бөткәнсе, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында, 10 июндән дежурлыҡ та ойошторолған. Сөнки конструкциялар нығытылып бөтмәгән, уларҙы әлегә файҙаланырға ярамай.
Артабанғы этап: йүгереү һәм йәйәүлеләр юлдарына – асфальт, баскетбол һәм волейбол майҙансыҡтарына хәүефһеҙ резина япма түшәү, ҡапҡа, эскәмйәләр һәм сүп-сар йәшниктәре урынлаштырыу, яҡтылыҡ үткәреү.