Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республикабыҙҙың инвестиция шарттары буйынса Милли рейтингта тәүге биш төбәк иҫәбенә инеүе тураһында яҙып сыҡты.
“Стратегик башланғыстар агентлығының инвестиция шарттары буйынса милли рейтингында Башҡортостандың тәүге биш төбәк иҫәбендә булыуы – республикабыҙҙағы идара итеү командаһының ҙур берҙәм эше һөҙөмтәһе, – тип яҙҙы ул