+17 °С
Дождь
Новости
31 Мая 2021, 10:02

Ишембай районының Ишәй ауылында ферманы йәшен һуҡҡан

Кисәге ямғыр күбеһен ҡыуандырҙы. Ләкин йәшендән зыян күреүселәр ҙә булды.

Кисәге ямғыр күбеһен ҡыуандырҙы. Ләкин йәшендән зыян күреүселәр ҙә булды.
Күк күкрәгән мәлдә Ишембай районының Ишәй ауылындағы фермала янғын сыға. Урынға шунда уҡ янғын һүндереүселәр килә. 700 квадрат метр майҙанда ут тоҡаныуы күҙәтелә.
Янғында кешеләр зыян күрмәй. Әммә мал янып үлә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, туғыҙ баш һыйыр малы әрәм булған.
Янғындың сәбәбе – ферманы йәшен һуғыуы.
Читайте нас