+17 °С
Дождь
Новости
27 Мая 2021, 06:14

Гвардия полковнигы Ғәни Ғәлимовҡа бағышланған китаптың исем туйы үтте

Туймазы Япрыҡ ауылында һәм райондың Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, подполковник Мәхмүт Сәлимовтың “Гвардия полковнигы Ғәни Ғәлимов – башҡорт халҡының легендар улы” тигән китабының исем туйы булды.

Туймазы Япрыҡ ауылында һәм райондың Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, подполковник Мәхмүт Сәлимовтың “Гвардия полковнигы Ғәни Ғәлимов – башҡорт халҡының легендар улы” тигән китабының исем туйы булды.
Мәхмүт Сәлимов – Башҡортостанда һәм Ростов өлкәһендә билдәле яҙыусы. Уның тарихи, хәрби темаларға арналған мәҡәлә, хикәйә, повестары матбуғатта, интернет-журналдарҙа баҫыла. Әҫәрҙәре темаһы – башҡорт халҡының тарихи үткәне, офицер тормошонан иҫтәлектәр, кешенең тормоштағы, йәмғиәттәге урыны тураһында уйланыуҙар. Ул - “Легенда о последнем хане” һәм “Когда вернутся батыры” китаптарының авторы. Был әҫәрҙәр башҡорт халҡы тормошонан киң билдәле булмаған факттарға нигеҙләнеп яҙылған.
Баҫма “Рәсәй милләте берлеген нығытыу һәм Башҡортостан Республикаһында халыҡтарҙың этно-мәҙәни үҫеше” дәүләт программаһы эсендәге “Башҡорт халҡының этник үҙенсәлеген һаҡлау һәм үҫтереү” программаһын тормошҡа ашырыу йәһәтенән тыуған яҡты өйрәнеүгә арналған тикшереү проекттарына дәүләт ярҙамы күрһәтеү сараларына ярашлы донъя күргән.
Белешмә.
Ғәни Ғәлим улы Ғәлимов (1912 – 1969) хәҙерге Туймазы районының Япрыҡ ауылында тыуған. СССР хәрби эшмәкәре, полковник. 1938 йылда Хәсән күле янында, 1939 йылда Халхин-Голдағы совет-япон, Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнаша.
Ҡыҙыл Байраҡ (1938, 1944, 1953, II дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1947) ордендары, миҙалдар менән наградлана.
Читайте нас