+20 °С
Облачно
Новости
20 Мая 2021, 09:31

Асҡар Абдразаҡов Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы исемен алды

Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы, Башҡорт опера һәм балет театрының художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Әмир улы Абразаҡовҡа «Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы» маҡтаулы исеме тапшырылды.

Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы, Башҡорт опера һәм балет театрының художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисыАсҡар Әмир улы Абразаҡовҡа «Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы» маҡтаулы исеме тапшырылды.

Билдәле булыуынса, 16 майҙа Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһенә Асҡар Абразаҡов ҡуйған яңы опера—Жюль Масснеҙың «Дон Кихот» әҫәре сығарылды. Был операла йырсы үҙе төп партияны башҡарҙы.

Асҡар Әмир улын ихлас күңелдән лайыҡлы маҡтаулы исеме менән ҡотлайбыҙ!
Читайте нас