+17 °С
Облачно
Новости
11 Мая 2021, 08:01

Тамара Танһыҡҡужина Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры булды

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Тамара Танһыҡҡужинаны Варшавалағы донъя чемпионатында еңеүе менән ҡотланы һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Тамара Танһыҡҡужинаны Варшавалағы донъя чемпионатында еңеүе менән ҡотланы һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне.
«Ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, беҙҙең данлыҡлы яҡташыбыҙ титулын яҡлай алды һәм донъяның иң яҡшы шашкасыһы исемен яуланы. Хәҙер уның активында ете чемпион титулы тупланды, илебеҙҙә башҡа ундай кеше юҡ», —тине Радий Фәрит улы ҡотлау телмәрендә.
Яуап һүҙендә Тамара Танһыҡҡужина республика Башлығына һәм Башҡортостан халҡына рәхмәт белдерҙе.
Тамара Танһыҡҡужинаның тренеры Юрий Черток та Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Данлыҡлы спортсыларыбыҙҙы Башҡортостан Республикаһы дәүләт наградалары менән бүләкләнеүе уңайынан беҙ ҙә ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ! Сығанаҡ - Ҡоролтай/Курултай.
Читайте нас