+14 °С
Облачно
Новости
5 Мая 2021, 04:24

Тамара Танһыҡҡужина: «Гел бергә булайыҡ, гел еңеүсе булайыҡ!»

Шашка буйынса етенсе тапҡыр донъя чемпионы исемен яулаған Тамара Танһыҡҡужина Өфөгә ҡайтты. Аэропортта уны коллегалары, журналистар, төрлө ойошма вәкилдәре ҡаршы алды.

Шашка буйынса етенсе тапҡыр донъя чемпионы исемен яулаған Тамара Танһыҡҡужина Өфөгә ҡайтты. Аэропортта уны коллегалары, журналистар, төрлө ойошма вәкилдәре ҡаршы алды.

Арҙаҡлы чемпионды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова тәбрикләне. Ә Тамара Танһыҡҡужина уға ҡоролтай исеменә теләктәр яҙылған китап бүләк итте.

«Гел бергә булайыҡ, гел еңеүсе булайыҡ!», - тине Тамара Танһыҡҡужина рәхмәт һүҙендә.
Читайте нас