Мәҡәл һәм әйтемдәрҙә тәрбиә ❤ Бала - ата-әсәгә алтын бағана. ❤ Ул - һөйөнөс, ҡыҙ - ҡыуаныс. ❤ Атанан күргән - уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән. ❤ Ир бала - йортҡа терәк. ❤ Малайға тәрбиә биреп, ил тәрбиәләйһең, ҡыҙға тәрбиә биреп, милләт тәрбиәләйһең. ❤ Улың булһа, олоҡло менән күрше бул, ҡыҙың булһа, ҡылыҡлы менән күрше бул. ❤ Ағаһын күреп, ҡусты үҫер, апаһын күреп, һеңле үҫер.