Иртәгә, 23 апрелдә, Туймазы ҡалаһында Ыҡ буйы ырыуҙары йыйыны үтәсәк. Сара сиктәрендә Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың иҫтәлегенә бюст асыу тантанаһы була.
«Тамыр» телеканалы менән «Аҡбуҙат» журналы балалар өсөн мауыҡтырғыс программа менән килә. Туймазының беренсе ҡала гимназияһында «Таяҡ тартыу» менән «Мәргән уҡсы» кеүек милли спорт төрҙәренән оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк.
«Родина» мәҙәниәт һарайында «Халыҡтар дуҫлығы йорто» - башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәген асыу тантанаһы уҙа. Артабан «Ыҡ буйы ырыуҙарының тарихи биттәре» тип исемләнгән экскурсия сиктәрендә ойошторолған күргәҙмәлә Ыҡ буйы ырыуы оҫталарының ҡул эштәре, милли кейемдәре, йорт йыһаздары менән танышырға мөмкин.
Пленар өлөштә Өфө ғалимдары менән урындағы тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең төньяҡ-көнбайыш башҡорттары тарихына һәм бөгөнгөһөнә арналған сығыштары ҡаралған.