+11 °С
Облачно
Новости
20 Апреля 2021, 09:46

Тере мираҫ!

Башҡортостандың 12 бренды “Тере мираҫ” федераль проектының алдан һайлау этабын үткән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостандан 25 бренд проектҡа тапшырылған ине. Уларҙың 12-һе алдан һайлау этабын үтте һәм ТОП 1000-дә ҡатнашыуын дауам итә.
Башҡортостандың 12 бренды “Тере мираҫ” федераль проектының алдан һайлау этабын үткән.
Улар – Сарматтар алтыны, Ҡыҙыл Шишмә, Хөсәйенбәк кәшәнәһе, “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивале, Рудольф Нуриев, Сергей Довлатов, “Өфө-II” урта быуат ҡаласығы, Федор Шаляпин, Миңлеғәле Шайморатов, Өфөләге Беренсе соборлы мәсет, Арт-квадрат ҡала үҙәге, Шүлгәнташ.
Әлеге ваҡытта тауыш биреү бара. Тауыш биреү 30 апрелгә тиклем оҙайтылды. Халыҡ тауыш биреүе һөҙөмтәләре Рәсәйҙең билдәле урындарының популярлығын билдәләгәндә иҫәпкә алынасаҡ. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.
Читайте нас