+29 °С
Облачно
Новости
19 Апреля 2021, 06:08

Данлы башҡорт ырыуҙары төйәк иткән Туймазы

Туймазы районында Ыҡ буйы ырыуы йыйыны үтәсәк.

Туймазы районында Ыҡ буйы ырыуы йыйыны үтәсәк. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған проект 22 апрелдә Туймазы районында үтә, унда Ыҡ буйы ырыуҙаы вәкилдәре осраша.
Йәшәй бында башҡорт рухы,
Һүнмәгән башҡорт моңо.
Ҡандракүлдең ярҙарында,
Йәшәй меңләгән ҡаңны.
Данлы башҡорт ырыуҙары,
Төйәк иткән Туймазы.
Халҡым ҡайта асылына,
Үткәндәрҙең ауазы.
Кыр-Йыландар, ҡырғыҙ, ҡобау,
Һыйынғандар еремә.
Байлар, әйле, тамьян, ҡатай
Туймазыма илемә.
Өсән, Ыҡтың ярҙарында
Ҡурай моңо тауышы,
Ҡандракүл тулҡындарында
Оҙон көйҙөң һағышы.
Сал тарихлы ауылдарың,
Кәкребаш, Бәтке, Аблай
Төмәнәгең, Собханғолоң
Үткәндән сәләм юллай.
Кендектамаҡ, Ҡарамалы,
Каратың һәм Өйәҙе
Бишинде, Райман, Туҡтағол
Мҽнән данлы Туймазы.
Бишҡурайың, Сәрҙек, Булат
Йәрмөхәмәт, Соҡаҙы
Милләтҽмдҽң рух төйәгҽ -
Сал тарихлы Туймазым!
Читайте нас