Ғафури районының "Красноусол" шифаханаһында үткән "Медиайыйын" хеҙмәттәштәребеҙ юғары наградаһына лайыҡ булды. Гәзитте сығарыуҙа күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн Гөлфинә Табишева Республика Башлығы Радий Хәбировтың, ә “Етегән” хәбәрсеһе Гөлмирә Бикбулатова БР-ның Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Хеҙмәттәшебеҙҙе лайыҡлы наградалары менән ихлас ҡотлайбыҙ! Уларға артабан да һөнәри уңыштар, һаулыҡ, бәхет теләйбеҙ!