Парк хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, быйыл аҡҡоштар 10 апрелдә ҡайтҡан.
- Яр буйлап һыу асылды, ҡоштар бер ниндәй ауырлыҡһыҙ үҙҙәренә аҙыҡ таба. Был пар беҙҙә бер нисә йыл инде ҡошсоҡтарын сығара. Улар эргәләрендә кеше булыуына өйрәнгән, яҡын килгәндә лә ҡурҡмайҙар”, - ти улар.
Парк хеҙмәткәрҙәре аҡҡоштарҙы, нисә ҡошсоҡ сығарыуҙарын киләсәктә күҙәтәсәк.