+12 °С
Облачно
Новости
25 Марта 2021, 08:26

"Аргымаҡ" лидеры Ринат Рамазанов Туймазы йәштәре менән осрашты

Кисә Туймазы педагогия колледжының тамашалар залында "Диалог на равных" стратегик сессияһы уҙҙы.

Кисә Туймазы педагогия колледжының тамашалар залында "Диалог на равных" стратегик сессияһы уҙҙы. Сараның төп ҡунағы - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, художество етәксеһе, "Арғымаҡ" төркөмө солисы Ринат Рамазанов. Ул оҫталыҡ дәресен үткәрҙе, уның төп темаһы - гранттарҙы тормошҡа ашырыу. "Арғымаҡ" этно-рок төркөмө "Таврида - АРТ" фестивалендә грантҡа лайыҡ булды.
Шул йәһәттән Ринат Рамазанов ул ваҡытта былай тип яҙған:
"Күренекле ата-бабаларыбыҙ Зәйнулла Рәсүлев һәм Башҡортостандың 100 йыллығы, генерал Шайморатов һәм уның тыуыуына 120 йыл тулыу, Урал батыр һәм башҡорт халҡының күп быуатлыҡ тарихы уның еңеүенә ихлас ышандыҡ!"
Читайте нас