+15 °С
Дождь
Новости
16 Марта 2021, 11:40

Һөнәри оҫталыҡ конкурсы көтә!!!!

Рәсәй Федерацияһы субъекттарында сығыш яһарға теләйһеңме, улайһа,АЛҒА!!!

"Оҫта уҡытыусы" ("Педагог-мастер") һәм "Тикшеренеүсе педагог" ("Педагог-исследователь") исемдәренә кемдәр лайыҡ булыр? Башҡортостан Республикаһының башҡорт, рус (туған) һәм башҡа туған телдәр уҡытыусылары Ассоциацияһы Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәғарифты үҫтереү институты, "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү Фонды менән берлектә мәктәпкәсә, дөйөм урта белем биреү, профессиональ һәм юғары белем биреү ойошмалары педагогтары, туған тел уҡытыусылары өсөн "ПЕДАГОГИК ОҪТАЛЫҠ МӘКТӘБЕ" исемле һөнәри оҫталыҡ конкурсын иғлан итә. Конкурс өс этапта үтәсәк. Беренсе этапта конкурсанттарҙың эштәрен ҡабул итеү (30 апрелгә тиклем) ҡаралған. Конкурс форматына тура килгән эштәр икенсе этапҡа үтә. Икенсе этапта (май айы) конкурсанттар 15 минут эсендә үҙҙәренең эштәрен яҡларға тейештәр. Был этапта һәр номинация буйынса (барлығы алты номинация ҡаралған) конкурстың еңеүселәре билдәләнәсәк. Өсөнсө этап "Оҫталыҡ класы" форматында үтәсәк. Еңеүселәр Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарында эшләгән туған тел уҡытыусылары өсөн "Оҫталыҡ кластары" күрһәтәсәк. Өсөнсө этап август-октябрь айҙарында үтәсәк.
Читайте нас