Гөлназ Низаметдин ҡыҙы 1989 йылдың 17 июнендә донъяға килә. 2007 йылда Йылайыр районы Матрай урта мәктәбен көмөш миҙалға тамамлай. Юғары белемле, Башҡорт дәүләт университетында «музыка уҡытыусыһы» һәм «ижад коллективы етәксеһе» белгеслектәре ала, Сибай сәнғәт колледжында хореография дәрестәре алып бара.
Хеҙмәт эшсәнлеген Гөлназ 2015 йылда Йылайыр районы Балалар сәнғәт мәктәбендә хореография уҡытыусыһы булып башлай. Шул уҡ ваҡыт-та ике коллектив – «Йәшмә» бейеү ансамбле, «Таштүрә» халыҡ бейеү ансамблдарен етәкләй. Ул эшләгән ике коллектив та төбәк-ара, бөтә Рәсәй, республика конкурстары һәм фестивалдарендә уңыш яулай.
Һәләтле хореографтың шәхси еңеүҙәренән «Һылыу-ҡай-2007» республика конкурсы III дәрәжә лауреаты, «Байыҡ-2016» конкурсында дуэт номинацияһында II дә-
рәжә лауреат, «Байыҡ-2017» конкурсы «соло» но-минацияһында I дәрәжә лауреаты һәм башҡа еңеүҙәрҙе билдәләп үтергә кәрәк.
Йәш һәм перспективалы уҡытыусы Гөлназ Арыҫлано-ва «Ялҡын» өлгөлө халыҡ бейеү ансамбленә яңы ижад осҡондары яндырыр, уның етәкселегендә яңы, яҡты һәм онотолмаҫлыҡ бейеүҙәр барлыҡҡа килер, тигән өмөттә ҡалабыҙ.