Бәләкәй саҡта ниндәй генә ҡурсаҡтар булманы,иҫләйһәгеҙме? Һаламдан да, сепрәктән дә, баҡсала үҫеп ултырған сәскәнән дә ҡурсаҡ эшләп уйнай инек?! Ысын ҡурсаҡ алып биргәндәренә ҡыуанған мәлдәр!... Ә бөгөн уларҙың ниндәйҙәре генә юҡ. Әйткәндәй, бөгөн Барби ҡурсағының тыуған көнө икән! Уйынсыҡтарға килгәндә иһә, шөкөр, бөгөн улар күп төрлө, хатта үҙебеҙҙең милли кейем кейгән ҡурсаҡтарыбыҙ ҙа һатыуға сыға башланы