+13 °С
Облачно
Новости
10 Марта 2021, 12:40

Ирем хыялымды тормошҡа ашырҙы

Бәхетлемен!

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө шаулап-гөрләп үтеп тә китте. Ошо көндәрҙә барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар яҡындарынан матур сәскә гөлләмәләре, бүләктәр алып ҡыуанды.
Омск ҡалаһында казарма емерелеп, ике аяғын да юғалтҡан десантсы Рөстәм Нәбиев тә ҡатыны Индираны байрам айҡанлы ҡотланы. Ауыр яҙмыш һынауына бирешмәй, тормошто яратҡан Рөстәм спорт менән шөғөлләнә, интернетта блок алып бара. Уның ҡатыны Индира менән тормошон күптәр ҡыҙыҡһынып күҙәтеп бара. Улар - тормош һынауҙарына иғтибар итмәй, бар ауырлыҡтарҙы бергә еңеп сығып, татыу ғүмер итәләр.Күптәргә өлгө улар, көслө рухлы пар. Иң ауыр мәлдә үҙен ташламаған, уға сәскәләй ике ҡыҙ бүләк иткән Индираһын Рөстәм бик ярата.
"Инстаграм"да “йөрөгәндәр” иғтибар иткәндер, Рөстәм Индира өсөн сюрприз әҙерләүе тураһында ҡыш көнө үк әйтә биреп ҡуйғайны.Яҙ байрамында иһә Рөстәм был уйын тормошҡа ашырҙы. Рөстәм ҙур, иркен залды ҡуртымға алып, туғандарын, яҡын дуҫтарын байрамға саҡырған.
Тәүҙә бик матур концерт була. Унда Әнүәр Нурғәлиев, Радик Юъяҡшин, Зәйнетдин кеүек республикабыҙ сәхнәһе йондоҙҙары сығыш яһай. Ә төп бүләк ҡиммәтле “Мерседес”ты Рөстәм Индираһына,һөйөклө ҡатынына күҙ йәштәре аша ихлас бүләк итте.
– Ирем хыялымды тормошҡа ашырҙы. Был турала икәүләп хыялланғайныҡ. Мин шок хәлендә. Яҡындарыбыҙ эргәбеҙҙә, ошо бәхет түгелме ни?! Иң яҡшы бүләк өсөн рәхмәт! Рөстәм – һин минең ғорурлығым. Бөгөн яныбыҙҙы булған һәр кемгә рәхмәт, – тине Индира.
Фото: Инстаграм.
Читайте нас