+11 °С
Облачно
Новости
4 Марта 2021, 16:21

Яҙ етә,яҙ!

ЯҢЫ ЯҘҒА Субырлап аға, ҡарале, Боҙбармаҡтың йәштәре. Иҙерәне. Ә бит ҡышын Ҡылыс булып йәшәне. Тамсы тамып ташты тиште - Тояҡ эҙендәй уйым. Иретер, наҙлыҡай бит яҙ - Уйылыр хатта суйын. Илай-илай ҡыш ҡарышыр, Буран-ҡарына сорнап. Талдарҙа, юҡ, түгел уйнап, Бөрөләр тиртер, морнап. Көлә-көлә яҙым килер Йәшәлмәгән. Өр-яңы. Ҡояш нуры моңға мансыр Түл ейәсәк донъяны!Айһылыу Ғарифуллина

ЯҢЫ ЯҘҒА
Субырлап аға, ҡарале,
Боҙбармаҡтың йәштәре.
Иҙерәне. Ә бит ҡышын
Ҡылыс булып йәшәне.
Тамсы тамып ташты тиште -
Тояҡ эҙендәй уйым.
Иретер, наҙлыҡай бит яҙ -
Уйылыр хатта суйын.
Илай-илай ҡыш ҡарышыр,
Буран-ҡарына сорнап.
Талдарҙа, юҡ, түгел уйнап,
Бөрөләр тиртер, морнап.
Көлә-көлә яҙым килер
Йәшәлмәгән. Өр-яңы.
Ҡояш нуры моңға мансыр
Түл ейәсәк донъяны!
Айһылыу Ғарифуллина
Читайте нас