+22 °С
Ясно
Новости
14 Декабря 2020, 19:54

Иң файҙалылары – брокколи кəбеҫтəһе һəм сəтлəүек

Бауыр көсөргəнеш кисерə

Антибиотиктар ҡабул иткəндəн һуң бауыр көсөргəнеш кисерə.
Дарыуҙар ҡабул иткəндəн һуң был орган токсиндарҙан таҙарһын, күҙəнəктəре яңырһын өсөн нимə эшлəргə? Ниндəй йəшелсə-емештəр ашарға була?
Табиптар бауырҙы һаҡлаусы аҙыҡтарҙың исемлеген төҙөгəн. Иң файҙалылары – брокколи кəбеҫтəһе һəм сəтлəүек.
Исемлекте артабан алма, цитрустар, авокадо, зəйтүн майы, помидор дауам итə. Был аҙыҡтарҙың барыһында ла бауыр өсөн файҙалы элементтар бар. Кəбеҫтəлə антиоксиданттар һəм Е витамины, сəтлəүектə – омега-3 май кислотаһы, алмала пектин, цитруслы емештəрҙə С витамины булһа, авокадо еңел үҙлəштерелеүсе майҙарға һəм витаминдарға бай, ə зəйтүн майыорганизмды токсиндарҙан таҙартыу һəлəтенə эйə. Помидор – аминокислоталар хазинаһы.
Читайте нас