+20 °С
Облачно
Новости
27 Ноября 2020, 21:11

Бирешмә,әсәй!

әсәйебеҙгә рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәйек!

Әсәйҙәр көнө уңайынан иң ҡәҙерле кешебеҙ - әсәйебеҙгә рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәйек! Улар быға лайыҡ! Был шиғырым әсәйҙәргә арнала!

Бирешмә,әсәй!
Бирешмәсе,әсәй,иңдәреңде
Ауырлыҡтар баҫып алһа ла,
Уңыш һине иш-ҡуш итмәйенсә,
Әллә ҡайҙа табан ҡасһа ла.
Тормош ҡаҡҡан,һуҡҡан һине ситкә,
Тик ауғандан кире торғанһың.
Бар тапҡанды, таянғанды барлап,
Атай менән донъя ҡорғанһың.
Бирешмәсе,әсәй,ныҡ булырға
Һин бит беҙҙе үҙең өйрәттең.
Оло юлдан нисек атларҙар,тип,
Хафаланып,беҙҙе күҙәттең.
Бөгөн дә беҙ тойоп хәстәреңде,
Ғүмер йомғаҡтарын һүтәбеҙ.
Һәр беребеҙ ныҡлы нигеҙ ҡороп,
Шау-гөр килеп донъя көтәбеҙ.
Береһенә ауыр һүҙҙәр әйтмәй,
Тигеҙ күрҙең оло,кесеһен.
Айыҡ аҡыл,яҡты зиһен менән
Эш итеүсе бөйөк кешеһең!
Гөлмирә (Ҡарабаева) Бикбулатова
Читайте нас