+21 °С
Облачно
Новости
23 Ноября 2020, 18:06

Афарин, батыр егет!

Аяғы бауға эләккән...

Башҡортостанда 15 йәшлек уҡыусы һыуға батып барған үҫмерҙе ҡотҡарған

Геройҙың исеме - Эдуард Таһиров. Уҡыусы Әбйәлил районындағы Әүнәш йылғаһында ял иткәндә билдәһеҙ егеттең һыуҙа бата башлауын күргән. Эдуард ярҙамға ташланған.

«Баҡтиһәң, уның аяғы ағасҡа бәйләп ҡуйылған бауға эләккән икән, - тип һөйләне үҫмер. — Мин арҡанды тағатып, егетте ярға һөйрәп сығарҙым».

Бәләгә тарыған 16 йәшлек егет үҙенең ҡотҡарыусыһына ҡарағанда кәүҙәгә мыҡтыраҡ, ләкин Эдуард ул ваҡытта уны һыуҙан сығара аламмы-юҡмы тип уйлап та тормаған.

Әйткәндәй, үҫмер йә табип, йә ҡотҡарыусы булырға теләй.
Афарин, батыр егет!
Читайте нас