+14 °С
Облачно
Новости
21 Ноября 2020, 21:57

«Ғарипов уҡыуҙары» төбәк-ара форумы үтә

Форум буласаҡ!

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты башланғысы менән «Ғарипов уҡыуҙары» төбәк-ара форумы үткәрелә. Әлеге ваҡытта форумда ҡатнашырға теләүселәрҙең ижади һәм ғилми эштәре ҡабул ителә.

«Ғарипов уҡыуҙары» Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ижадын танытыу, уҡыусыларҙың фәнни- тикшеренеү һәм ижади эшәкәрлеген ҡеүәтләү маҡсатында ойошторола. Форум программаһы өс йүнәлештән тора:

— 6-11 класс уҡыусылары өсөн «Ғарипов уҡыуҙары» фәнни-ғәмәли конференцияһы;

— Уҡытыусылар араһында Рәми Ғариповтың ижады һәм яҙмышына бағышланған дәрескә иң яҡшы методологик нигеҙ конкурсы;

— Рәми Ғарипов шиғырҙарына ижад ителгән йыр конкурсы.

«Был форум былтыр ғына төбәк-ара статусҡа эйә булды. Былтырғы сарала дистанцион рәүештә Ханты-Манси автономилы округы мәктәптәре ҡатнашһа, быйыл беҙҙең фәнни-ғәмәли конференцияны тулыһынса дистанцион форматта үткәрергә, тип ниәтләнәбеҙ. Быйыл Башҡортостан уҡыусыларынан тыш, Удмурт, Хаҡас, Мордва, Татарстан республикаларынан ҡатнашыусылар көтөлә. Уҡыусылар Рәми Ғариповтың ижады, башҡорт халҡының башҡа билдәле вәкилдәре, башҡорт теле кеүек төрлө ғилми йүнәлештәрҙә эҙләнеү эштәрен әҙерләп, конкурста ҡатнаша. Быйыл беҙ видео аша ижади эштәрҙе лә ҡабул итәбеҙ, Рәми Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы башҡарыусыларҙы ла саҡырабыҙ. Конференцияла һәм форумда мотлаҡ башҡорт ғаиләләрендә генә үҫкән балалар ҡатнаша тимәгән, ғәҙәттә, төрлө милләттән булған уҡыусылар үҙҙәрен һынап ҡарай»,— тип һөйләне Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы, гимназия нигеҙендәге Кесе фәндәр академияһы етәксеһе Альбина Ғәлина.

Форумды уҙғарыу көндәре:

— 15 ноябрҙән 27 ноябргә тиклем—конкурс эштәрен ҡабул итеү;

— 28 ноябрҙән 12 декабренә тиклем—конкурс эштәрен махсус комиссия тарафынан баһалау;

— 20 декабрь—форумдың һөҙөмтәләрен иғлан итеү.
Читайте нас