+18 °С
Ясно
Новости
27 Марта 2020, 14:21

“Сәскә ат, ғәзиз тыуған ерем!”

Район мәҙәниәт йортонда Шаран районының 85 йыллығына арналған “Тыуған яғым” байрам концерты булды.

Район мәҙәниәт йортонда Шаран районының 85 йыллығына арналған “Тыуған яғым” байрам концерты булды.

Шаран Балалар сәнғәт мәктәбе йәш скрипкасылары һәм өлгөгө тынлы оркестрҙың уйын ҡоралдарында матур уйнауы, йәш рәссамдарҙың картиналар күргәҙмәһе, Шаран балалар ижады һәм спорт үҙәге тәрбиәләнеүселәренең ижад эштәре һәм биләмә-ара үҙәк район китапханаһы китаптар күргәҙмәләре район мәҙәниәт йорто фойеһына тантаналы рух өҫтәне. Сәхнә лә бик матур биҙәлгән ине. Концертты алып барыусылар Гүзәл Хәлилова һәм Ринат Сәлихйәнов ауыл биләмәләренең ҡаҙаныштары, райондан сыҡҡан кешеләр – күренекле ғалимдар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, спортсылар, яҙыусылар һәм шағирҙар тураһында һөйләне, улар шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарын да иғтибарһыҙ ҡалдырманы – районыбыҙ халҡы ул йылдарҙа ҡулдарына ҡорал тотоп яуға барған, тылда колхоз ҡырҙарында иген үҫтергән – Бөйөк Еңеү көнөн яҡынайтҡан.

Районда йәшәүселәргә, хеҙмәт ветерандарына, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә юғары бүләктәр тапшырылды. РФ Федераль йыйылышы Дәүләт думаһы депутаты, легендар яҡташыбыҙ Рима Баталова, БР Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары сығыш яһаны.

Юбилей концертында ауыл

мәҙәниәт йорттары һәм клуб-тарының, Шаран ауылы Балалар сәнғәт мәктәбенең иң яҡшы вокал һәм фольклор ансамблдәре, “Ялҡын” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле, “НОН-стоп” бейеү студияһы сығыш яһаны, Баш-ҡортостан һәм Татарстан Рес-публикаларының халыҡ артисы Фән Вәлиәхмәтов, Миләүшә Хәсәншина, Гөлназ Прокопьева, Ринат Сәлихйәнов йырланы.

Юбилей байрам программаһы ойошмалар хеҙмәткәрҙәре йыйылма хоры башҡарыуында Шаран районы Гимны менән тамамланды.
Читайте нас