+18 °С
Дождь
Новости
18 Марта 2020, 13:36

Яңы музыка мәктәптәре “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә асыласаҡ

“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә төрлө ауылдарҙа 26 музыка мәктәбен асыу ҡаралған.

“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә төрлө ауылдарҙа 26 музыка мәктәбен асыу ҡаралған. Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 2024 йылға ун музыка мәктәбе сафҡа инергә тейеш. Өфөлә Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы музыка мәктәбе асыласаҡ. Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында – 100, Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында 120 урынлыҡ музыка мәктәптәре төҙөлөшөн проектлау башланды.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Мөрәжәғәт-нәмәһендә балалар өсөн музыка мәктәптәре мәсьәләһенә айырым туҡталып үткәйне. Ул был белем усаҡтарының насар төҙөлөш хәлендә булыуын билдәләне. Әлеге мәлдә төрлө төбәктәрҙә музыка мәктәптәрен федераль бюджет иҫәбенә төҙөкләндереү мөмкинселеге тыуҙы.
Читайте нас