БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәте һәм журналистикаһы факультетында “Башҡорт теле йылы”на һәм факультеттың 30 йыллыҡ юбилейына бағышланған V Бөтә Рәсәй (халыҡ-ара ҡатнашлыҡтағы) “Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы сиктәрендә башҡорт телен уҡытыуҙың көнүҙәк проблемалары” тип аталған ғилми-методик конференция уҙҙы.
Сарала ҡатнашыусыларҙы Баш-ҡорт дәүләт университеты ректоры Николай Морозкин башҡортса сәләмләп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән йылды файҙалы итеп үткәрергә өндәне һәм Башҡорт дәүләт университеты ойошторған Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм Башҡорт теле йылына арналған иншалар конкурсында еңгән мәктәп һәм колледж уҡыусыларын тәбрикләне, диплом, бүләктәр тап-шырҙы.
Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығының мәғариф идаралығы начальнигы Булат Зиннуров сарала ҡатнашыусыларҙы башҡорт телен үҫтереүгә өлөш индерергә саҡырҙы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академия-һының вице-президенты Айтуған Аҡманов факультетты юбилейы менән ҡотлап, "Башҡорт халҡы тарихы"ның күп томлығын бүләк итте.
Бөтә донъя башҡорттары ҡо-ролтайы исеменән конференцияла ҡатнашыусыларҙы Башҡарма комитет ағзаһы Лариса Абдуллина ҡотланы. Лариса Хашим ҡыҙы башҡорт теленең донъяуи мөмкинлектәре киң булыуын билдәләне һәм күңелдәргә үтерлек тәрән йөкмәткеле "Башҡорт теле" шиғырын уҡыны. Ул факультет деканы Г. Абдуллинаға ҡоролтай исеменән башҡорт теленең һигеҙ томлыҡ академик һүҙлеген тап-шырҙы.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды белгесе Рита Аҡбулатова сығыш яһаны, Өфө ҡалаһы мәғариф идаралығының әйҙәүсе белгесе Салауат Дәүләтшин ҡала шарттарында башҡорт телен ҡулланыу мөмкинлектәре тураһында һөйләне.
Конференция йыйынтығына тупланған 120-нән ашыу ғилми мәҡәләлә, пленар һәм секция ултырыштарында яһалған 30-ҙан артыҡ сығышта туған телгә һөйөү, башҡорт телен уҡытыу, йәш быуында был предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу юлдарын ҡулланыу буйынса актуаль мәсьәләләр ҡаралды.
Мәртәбәле сарала Баҡалы районының Иҫке Ҡуян төп һәм Иҫке Ҡатай урта дөйөм белем биреү мәктәптәренән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Ф. Закирова һәм Л. Ғабдуллина ҡатнашты. Был уҡытыусыларҙың мәҡәләләре конференция йыйын-тығына индерелде.