+16 °С
Облачно
Новости
18 Марта 2020, 13:35

“Фән” милли проектына ярашлы ете мең грант бүленгән

“Фән” милли проектына ярашлы, 2024 йылға тиклем ғилми һәм ғилми-педагогик кадрҙарҙы әҙерләү программаһы

“Фән” милли проектына ярашлы, 2024 йылға тиклем ғилми һәм ғилми-педагогик кадрҙарҙы әҙерләү программаһы буйынса белемдәрен камиллаштырыусылар өсөн ете мең грант бүленгән, ә белем биреү программаһы буйынса ун мең кеше өсөн уҡыуҙар ойоштороласаҡ.

Башҡортостанда алдынғы ғилми инфраструктураны ойоштороуға берҙәм һанлы платформаның булыуы шарт. Ул университеттарҙы, фән ойошмаларын һәм комплекслы ғилми-техник проект сиктәрендә иҡтисадтың корпоратив секторын берләштерергә тейеш.

– 2017 йылды алғанда, республикабыҙҙа тикшеренеү-ҙәр менән 3 мең ярымдан ашыу кеше шөғөлләнгән, шуның ете проценты фән докторы ине, ғалимдарҙың уртаса йәше 60 тирәһе, – тип һөйләй фән докторы, Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов.
Читайте нас