+12 °С
Облачно
Новости
18 Марта 2020, 13:37

Еңеүҙең 75 йыллығына – «Хәрби дан билдәһе аҫтында» күргәҙмәһе

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Хәрби дан билдәһе аҫтында» күргәҙмәһе асыла.

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Хәрби дан билдәһе аҫтында» күргәҙмәһе асыла.

Күргәҙмәлә 1799-1990 йылдарҙа Рәсәй император армияһының, Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының һәм Совет армияһының кесе офицерҙар составы һәм рядовойҙары бүләкләнгән награда, юбилей билдәләре, миҙалдар күрһәтелә, тип хәбәр итә музейҙың матбуғат хеҙмәте.

Шулай уҡ унда 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының наградаларын һәм ми-ҙалдарын, хәрби көнкүреш предметтарын, ҡоралдарҙы, костюм комплекстарын күрергә мөмкин. Күргәҙмә төрлө йәштәгеләр өсөн тәғәйенләнә.
Читайте нас