Стәрлетамаҡ ҡалаһында БР предприятиелары һәм ойошмалары йәш хеҙмәтсәндәре араһында «Йыл хеҙмәткәре – 2019» профессиональ оҫталыҡ республика конкурсының финал этабы уҙҙы. Был сараны БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министырлығы Стәрлетамаҡ ҡала округы хакимиәте менән берлектә ойошторҙо.
Шаран районын ЗАГС бүлеге әйҙәүсе белгес-эксперты Гүзәл Хәлилова лайыҡлы сығыш яһаны. Ул сағыу башҡорт бейеүе менән тамашасыны хайран ҡалдырҙы һәм «Матурлыҡ» номинацияһы дипломына лайыҡ булды.
Гүзәл Салауат ҡыҙы районыбыҙҙың күп мәҙәни сараларында әүҙем ҡатнаша. Сағыу йондоҙҙобоҙҙо ҡотлайбыҙ, киләсәктә сәхнәлә лә, тормошта ла уңыштар теләйбеҙ!