+21 °С
Облачно
Новости
5 Декабря 2019, 09:45

50 һумлыҡ тимер аҡса һуғылмаясаҡ

50, һумлыҡ, тимер, аҡсаны, алдағы, көндәрҙә, һуғыу, күҙалланмай.

50 һумлыҡ тимер аҡсаны алдағы көндәрҙә һуғыу күҙалланмай. Яңы төрлө аҡса әйләнешкә индерелеүе ихтималлығы хаҡында мәғлүмәт үткән аҙнала барлыҡ киң мәғлүмәт сараларында ла баҫылғайны. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Үҙәк банкының ҡулаҡса әйләнеше департаменты директоры урынбаҫары Владимир Демиденко 50 һумлыҡ аҡса сығарыу өсөн сәй-ҡәһүә, тәмлекәстәр кеүек әйберҙәрҙе һатыу өсөн вендинг индустрияһы вәкилдәре (сауҙа автоматтары) сығыш яһауҙары тураһында интервью биргәйне. Вендинг индустрия вәкилдәренә бындай аҡса эре купюраларҙы ваҡлап бирер өсөн кәрәк.
Әммә бындай аҡсаның һуғылыуы ҡул аҡсаһыҙ иҫәпләшеүҙең үҫешенән дә тора. Үткән йыл аҡсаһыҙ иҫәпләшеү 56% тәшкил иткәйне. Тимәк, 50 һумлыҡ тимер аҡса 20-30 йыл булһа ла хеҙмәт итәсәге икеле.
Салауат Батыраев.
Читайте нас