+16 °С
Облачно
Новости
27 Ноября 2019, 14:07

"Мирзаһитов уҡыуҙары" дуҫтарын йыйҙы

Ҡандра ауылының Әсғәт Мирзаһитов исемендәге 2-се мәктә-бендә "Мирзаһитов уҡыуҙары" фәнниғәмә-ли конференция үтте.

Ҡандра ауылының Әсғәт Мирзаһитов исемендәге 2-се мәктә-бендә "Мирзаһитов уҡыуҙары" фәнниғәмә-ли конференция үтте.

Конференцияла 58 уҡыусы ҡатнашты. Улар төрлө темаларға арналған ҡыҙыҡлы сығтыштар тәҡдим итте.

Бәйгеселәрҙең эштәрен баһалама ағзалары тикшерҙе. Жюри составында Өфө ҡунаҡтары ла бар ине – яҙыусылар союзы ағзаһы Фәрзәнә Аҡбулатова һәм Марсель Сәлимов (фотола). Конферения эшендә Әсғәт Мирзаһитовтың туғандары – ейәне И. Мирзаһитов һәм ҡустыһы Ф. Хартдинов ҡатнашып, яҙыусының тормошо һәм ижады тураһында һөйләне.

Шулай уҡ ауылдың мәҙәниәт һарайында күренекле йәмәғәт эшмә-

кәре, С. Юлаев исе-мендәге дәүләт премия-һы лауреаты, драматург Әсғәт Мирзаһитовтың музейы асылды. Конфе-ренцияның халыҡ-ара ерле халыҡтарҙың тел-дәрен һаҡлау йылы менән бәйләп алып барылыуы иғтибарға лайыҡ.
Читайте нас