+15 °С
Дождь
Новости
27 Ноября 2019, 14:05

Китапхана заман менән бергә атлай

“Мәҙәниәт” милли проекты буйынса үткән конкурста Ҡандра ауылы балалар китапханаһы еңеүсе тип табылды.

“Мәҙәниәт” милли проекты буйынса үткән конкурста Ҡандра ауылы балалар китапханаһы еңеүсе тип табылды.

2019 йылда “Мәҙәниәт” милли проект сик-тәрендә Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә яңы быуын моделле китапханалар булдырыу өсөн конкурс иғлан ителгәйне. Конкурста ҡатнашыу өсөн илдең 78 төбәгенән 500-ҙән артыҡ заявка була.

Рәсәйҙең 52 төбәгенән, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһынан 3 заявка ебәрелә.

Конкурстың һайлап алыу һөҙөмтәләре буйынса Ҡандра ауыл балалар китапханаһы Рәсәйҙең 110 китапханаһы араһында беренсе унлыҡҡа инә. Ул дизайн-проектты һәм эшлекле концепцияны үҙенсәлекле тәҡдим итә һәм 195 мәрәй йыя.

Ҡандра ауылы балалар китапханаһы бөгөнгө көн талаптарына тулыһынса яуап биргән алдынғы ойошма. Унда төрлө йәштәге уҡыусылар өсөн заманса шарттар булдырылған. Һаулыҡтары сикләнгәндәрҙе лә иҫкә алғандар, улар өсөн ял итеү урындары, балаларға уйын бүлмәләре, ижад өсөн оҫтаханалар бар.

Яңыртылған Ҡандра ауыл китапха-наһында бер нисә яңы зона барлыҡҡа киләсәк. Шулар араһында ҡулланыусылар менән эшләү өсөн уңайлы шартарҙа уҡыу, саралар ойоштороу урыны. Шулай уҡ йәштәр майҙансығы – үҫмерҙәрҙең бер-береһе менән аралашыуы, ваҡыттарын файҙалы үткәреү маҡсатында ойошторолған зона.

Ә башланғыс класс уҡыусылары һәм кескәй балалар өсөн әүҙем уйын, уҡыу өсөн уңайлы мебель дә буласаҡ.

Уҡыусылар өсөн уңайлы электрон уҡыу залы яңы мәғлүмәти технологияларҙы ҡулланыу мөмкинлеге бирәсәк.

Конкурста уңышлы ҡатнашыуы һөҙөм-тәһендә Ҡандра ауылы балалар китапхана-һы федераль бюджеттан 5 млн һум, һәм Башҡортостан Республикаһы бюджетынан 2,5 млн һум финанс ярҙамы аласаҡ. Был ярҙам китапхананы эске яҡтан биҙәү, фондты яңы китаптар, электрон һәм ваҡытлыса баҫмалар менән тулыландырырға мөмкин-лек бирәсәк.

Туймазы районы муниципаль районы ярҙамы менән Ҡандра ауылы балалар китапханаһы бөгөн Башҡортостан Республикаһы бүлгән субсидия өсөн конкурста һайлап алыу турында ҡатнаша. 4,5 млн һумға капиталь ремонт үткәреү ҙә ҡаралған.
Читайте нас