Көҙ һәр кеше күңелендә төрлө хистәр уята. Кемдер алтын-һары төҫкә күмелгән был ваҡытҡа ихлас итеп һөйөнә, был айҙарҙа үҙенә илһам, көс ала, ә кемдер көҙҙәрҙә һағышҡа бирелә, хәтирәләр донъяһына сума. Нисек кенә булмаһын, был миҙгел һәр кешенең күңелендә үҙ урынын таба.
Ә беләһегеҙме көҙҙө нимә менән йәмләндереп була? Әлбәттә, шиғыр, йыр, уйын, көлкө менән.
Рәтамаҡ ауылының Туҡай урамында йәшәүселәр бына тап шулай уйын-көлкө, йырҙар менән ҡаршы алды көҙҙө. Улар барыһы бергә йыйылып, уңыш байрамын үткәрҙе.
Әлеге сараны Айһылыу Тимерйән ҡыҙы һәм Фатҡулла Сәғит улы Бәхтигәрәевтар ойошторҙо.
Уңған кешеләрҙең уңыштары ла уңған була бит уның. Барлыҡ үҫкән йәшелсәләрҙән бәләкәй генә күргәҙмә ойошторолдо. Төрлө уйындарҙа әүҙем ҡатнаштылар ауылдаштар: ҡапсыҡ кейеп, йомортҡа менән йүгерҙе, бәрәңге йыйҙы, алма ашаны. Уйындарҙан береһе лә ситтә ҡалманы, ялындырып та торманы.
Сара һый-ниғмәттәрҙән һығылып торған өҫтәл артында дауам итте. Фәтҡулла Бәхтигәрәев күршеләрен үҙе тотҡан йылға балығынан уха бешереп һыйланы. Ә Фәриҙә һәм Мәғрүф Шәйхетдиновтар алып килгән бәлеш, ҡоймаҡ, Зәниә һәм Рәсим Әхмәтгәрәевтар, Асия һәм Рамил Хәләповтар, Зөлфирә һәм Биктимер Фәтәхетдиновтар әҙәрләгән күстәнәстәр менән ҙур табын ойошторҙолар. Самауырҙары ла гөжләп торҙо.
Ул көндө урамда матур көйҙәр, йырҙар яңғыраны. Байрам күңелле үтте. Ошондай саралар онотолмаһын ине. Уларҙы йыл һайын ойошторорға яҙһын тигән теләктә ҡала Туҡай урамы халҡы.