+18 °С
Облачно
Новости
14 Ноября 2019, 12:59

Лайыҡлы “көмөш”

Шаран ауылы спортсыһы Рәсәй йыйылма командаһы составында билбауҙа көрәшеү буйынса Донъя беренселегенә юллама яуланы.

Шаран ауылы спортсыһы Рәсәй йыйылма командаһы составында билбауҙа көрәшеү буйынса Донъя беренселегенә юллама яуланы. Татарстан Республикаһында юниорҙар араһында билбауҙа көрәшеү буйынса Рәсәй чемпионаты үтте, унда 23 төбәктән 190 спортсы ҡатнашты.

Тренер Айнур Хөсәйеновтың тәрбиәләнеүселәре – Шаран ауылы балалар ижады һәм спорт үҙәген тәҡдим итеүселәр, үҙ ауырлыҡ төркөмдәрендә призлы урындар яуланы. Екатерина Чуканова 52 килограммға тиклем ауырлык кате-горияһында әлеге чемпионаттың көмөш призёры, ә Алһыу Ғиниә-туллина 58 килограммға тиклем ауырлыҡта бронза призёры булды. Екатерина Чуканова Рәсәй йыйылма командаһы составында ноябрҙә Ҡаҙағстан Республикаһы НурСолтан ҡалаһында үтәсәк Донъя бе-ренселегендә ҡатнашасаҡ.

“Бөгөн Шаран ауылы балалар ижады һәм спорт үҙәгенә 2317 уҡыусы йөрөй. Беҙҙең мастерҙарыбыҙ үҙ эштәренә бирелгән ижад кешеләре, өҫтәмә белем биреүҙең төп бурысын үтәй – һәр тәрбиәләнеүсегә үҙ теләктәрен белдереү мөмкинлеге биреп, уларҙың ижад потенциалын аса. Күп йылдар дауамында Айнур Хөсәйенов, Дмитрий Агапитов, Радик Иҙиәтовтың тәрбиәләнеүселәре көрәш буйынса спорт төрҙәрендә республика, шулай уҡ Рәсәй, халыҡ-ара һәм донъя ярыштары чемпиондары була”, – тип билдәләне Шаран ауылы балалар ижады һәм спорт үҙәге директоры Салауат Хөсәйенов.

Йәш спортсыларыбыҙҙы һәм улар-ҙың тренерҙарын ысын күңелдән лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ, Екатеринаға Донъя беренселегендә уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас