Район Мәҙәниәт йортоноң яңыртылған тамаша залында яңы сезон Бүздәк районынан сыҡҡан танылған артистар ҡатнашлығында “Кесе Ватан мәҙәниәте” тигән ҙур байрам концерты менән башланды.
Район Мәҙәниәт йорто фойеһында район мәҙәниәте үҫеше, ижади коллективтар, үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусылар тарихын сағылдырған фотокүргәҙмәләр ойошторолған.
Байрам тантанаһына Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаттары П. Качкаев, И. Юмашева, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Р. Собханҡолова ла килгәйне.
– Ауылда Мәҙәниәт йорто – халыҡтың ижтимағи һәм мәҙәни тормошо үҙәге, аралашыу, балаларҙың да, төрлө йәштәге кешеләрҙең дә ижади һәләттәрен үҫтереү урыны. Мәҙәниәттән башҡа, уны үҙләштермәй тороп, кеше була алмайһың. Мәҙәниәт аша ғына кеше тупланған социаль тәжрибәгә эйә була һәм йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы ағзаһына әйләнә, – тине Мәскәүҙең “Башҡортостан яҡташлығы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы идараһы рәйесе Инга Альберт ҡыҙы.
Ҡоролтай депутаты Рида Таһир ҡыҙы ла район халҡын үҙҙәре өсөн башҡарылған эштәрҙең ҡәҙерен белергә һәм һаҡларға саҡырҙы, ремонттың “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты ярҙамында эшләнеүен билдәләне.
Район хакимиәте башлығы урын-баҫары Гөлфиә Ғабдрафиҡова пар-тияның беҙҙең районда 2015 йылдан бирле тормошҡа ашырылған программалары тураһында ентекле һөйләне. Был йылдар эсендә “Балалар спорты”, “Ҡала мөхите”, “Кесе Ватан мәҙәниәте” кеүек проекттары индерелде, уларҙың һуңғыһы иҫәбендә Мәҙәниәт йортонда урын-
дағы бюджет иҫәбенә ремонт яһалды.
Айрат Шәймөхәмәтов башҡарыу-ындағы ҡурай моңо аҫтында тамашасылар Бүздәк районы ту-
раһында фильм ҡараны. Яңыр-тылған залда яҡташтар алдында танылған артистар, популяр автор-башҡарыусылар Эдуард Хөс-нөтдинов, Илдар Шәрипов, Резеда Бүләкова сығыш яһаны. Шулай уҡ район таланттары – Балалар сәнғәт мәктәбенең скрипкасылар ансамбле, “Өмөт” халыҡ бейеү ансамбле, район Мәҙәниәт йортоноң ветерандар клубы, “Гөлстан” коллективы, “Ынйы” халыҡ вокаль ансамбле, Ынйы Ильясова, Илнур Ибәтов, “Жемчужинки” өлгөлө бейеү коллективының кесе төркөмө үҙ сығыштары менән һөйөндөрҙө.
Тамашасыларға концертты ҡарау ғына түгел, залды яңыртыу шатлы-ғын уртаҡлашыу ҙа күңелле булды.