Пришиб ауылында Баренц диңгеҙендә 2000 йылдың 12 авгусында “Курск” һыу аҫты кәмәһендә һәләк булған моряк Роберт Гесслер иҫтәлегенә футбол буйынса икенсе мәртәбә традицион турнир үтте. Унда быйыл 11 команда ҡатнашты. Уйынсылар һәм тамашасылар һаны ике йөҙҙән артып китте.
Командаларҙы сәләмләргә район Хакимиәте башлығы Юрий Коземаслов килде.
– Райондың спорт тормошонда был ваҡиға иҫтәлекле генә түгел, ә бик әһәмиәтле, сөнки ул һыу аҫты кәмәләре моряктарының батырлыҡ һәм патриотизм символы булып то-ра, беҙ уларҙы онотмайбыҙ, һәр ва-ҡыт иҫкә алып торабыҙ. Ярыштарҙа йылдан-йыл ҡатнашыусылар һаны арта. Был бик шалыҡлы хәл, сөнки турнирҙа ҡатнашыусыларҙың һаны арта барыуы Роберт Гесслерҙың йәштәрҙең йөрәгендә йәшәүе тура-һында һөйләй, – тине ул үҙенең сығышында.
Ә уйынға килгәндә инде, Өфөнөң “Газпром” командаһы еңеүсе булды.