Йылы көн, яҡты ҡояш, балалар өсөн бына тигән аттракциондар, тәмле мамыҡ, кукуруз, көнсығыш ризыҡтары, үзбәк былауы. Үзбәкстандан килгән Рахмановтар ғаилә династияһының һауа акробаттары, бауҙа йөрөүселәр, концерт – былар барыһы ла Шаран ауылына нигеҙ һалыныуының 267 йыллығына бағышланған байрам ҡунаҡтары йөрәгендә оҙаҡ һаҡланасағы тураһында һөйләй ине.
Шаран ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Г. Мөхәммәтов байрамға йы-йылыусыларҙы сәләмләне.
– Шаран ауылыбыҙҙың тыуған көнө – ул барлыҡ быуындарҙың байрамы, күп кешеләр район үҙәге тарихына үҙ исемдә-рен яҙҙы. Намыҫлы хеҙмәт, спорттағы уңыштар, ижади еңеүҙәр, йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү, өлкәндәрҙе ихтирам итеү – тыуған илгә мөхәббәтте төрлөсә белдерергә мөмкин.
Шаран ауылын төҙөкләндереү өсөн күп эштәр башҡарылды һәм башҡарыласаҡ: яңы микрорайондар урамдарында юлдар төҙөлдө һәм төҙөлә, урамдар яҡтыртыла, “Башҡорт ихаталары” проекты буйынса ла күп эш эшләнә, – тип билдәләп үтте үҙ сығышында Геннадий Евгеньевич.
Шаран ауылын төҙөкләндереү эше-нә ҙур өлөш индергән өсөн “ГИП-Электро” йәмғиәте Шаран ауылындағы айырымланған бүлексәһе начальнигы
В. Ҡунаҡҡузин, “Тепловик” йәмғиәте директоры Д. Шакиров, “Водоканал” муниципаль унитар ойошмаһы директоры
В. Исламбратов, “Колосок” балалар баҡ-саһы мөдире А. Дюкарева рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
Муниципаль район хакимиәте баш-лығының социаль эштәр буйынса урынбаҫары Р. Закиров Шаран ауылының алға табан барыуын теләне, район сараларында әҙем ҡатнашҡан өсөн үҙәк район дауаханаһы һәм 1-се һанлы Шаран мәктәбе коллективтарына дипломдар тапшырҙы. Ринат Өлфәт улы Өсөнсө быуын халыҡ университеты ректоры Ф. Ғәзизуллинаны муниципаль район хакимиәте Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләне.
Алға табан байрам программаһы концерт номерҙары менән дауам итте. ”Шарановские бабушки” рус йыры халыҡ вокаль ансамбле (етәксеһе һәм солисы Н. Мишин), Анастасия Потрясова, Динара Шәүәлиева, Далира һәм Далия Фәтхиевалар, Марсель Мөсәүиров, Алина Хажетдинова, Илһам Күчмөхәмәтов, Светлана Иванова, Альбина Әхмәҙуллина, ”Шаранские бродяги” КВН командаһы егеттәре шаранлыларға йырҙарын бүләк итте, башҡалар ҙа матур вокаль дуэттары менән шатландырҙы.
Концерт барышында ҡунаҡтар – Үзбәкстандан Рахмановтар ғаиләһе – үҙҙәренең мауыҡтырғыс һәм тамашасы йөрәген ҡуҙғатырлыҡ цирк программаһын күрһәтте. 15 метр бейеклектә эквилибристик мөғжизәләр, канатта йөрөүселәр оҫталығы, акробатик трюктар, көнсығыш мәҙәктәре һәм матур музыка, программаның кульминацияһы – күкрәгенә ағас күпер ҡуйып ятҡан баһадир өҫтөнән пассажирҙар менән тулы машина үтеүе – былар барыһы ла шаранлыларҙа юйылмаҫ иҫтәлек ҡалдырҙы. Ысынлап та, әлеге көнсығыш артистары кешеләргә күп шатлыҡ бүләк итте.
Тантана дәртле дискотека ритмдары менән дауам итте, сара байрам салюты менән тамамланды.