Башҡортостан Республикаһының оло юбилейын Бүздәк районы киң күләмле саралар менән ҡаршылай. Шулар араһында район Мәҙәниәт бүлеге тарафынан ойошторолған “Бүздәк районы тарихи биттәре” тип аталған фестиваль-марафонды бар Мәҙәниәт йорттары һәм ауыл хакимиәттәре дәррәү күтәреп алды.
Күҙәй, Сәүәҙебаш, Ҡаран ауылдары районыбыҙ тарихын ба-йытҡан ауылдаштары, күренекле хеҙмәткәрҙәре менән июнь-июль айҙарында сығыш яһаны. Һәм бына 8 август көндө Арыҫлан ауыл хакимиәте был марафондың штандартын Ҡаран ауыл хакимиәтенән үҙ ҡулдарына алды. Арыҫлан ауыл хакимиәтенә Иҫке Боғаҙы, Арыҫлан, Урҙайбаш, Шланлыҡул, Йондоҙло, Көйәҙебаш, Иштирәк, Ҡыҙылйылға ауылдары ҡарай. Был ауыл хакимиәтен йәш, үҙ эшен намыҫлы башҡарыусы Ирина Нур ҡыҙы Зиннәтуллина етәкләй.
Фестиваль ҡунаҡтарын Арыҫлан Мәҙәниәт йорто алдында “Ихлас” (етәксеһе Дамира Ҡотоева) фольклор ансамбле икмәк, сәк-сәк, ҡымыҙ менән ҡаршы алды. Арыҫлан ауыл хакимиәте үҙенең күренекле кешеләре менән районда ғына түгел, республикаға ла киң билдәле – Изге Анна, Изге Георгий ордендары кавалеры, I Бөтә Донъя һуғышы геройы Рауил Сыртланов, Советтар Союзы Геройы Ғүмәр Миңнебаев, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәрит Ғабдрәхимов, медицина фәндәре докторы Радик Фаязов, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Мирзаһит Баһауетдинов. Был исемлекте әллә күпме дауам итергә мөмкин, сөнки Арыҫлан ауыл хакимиәтенә ҡараған 8 ауылдан мәҙәниәт, нефть, белем биреү өлкәләрендә күренекле кешеләр бихисап күп. Быларҙың барыһы менән сәхнәнән Клара Йәләева һәм Асия Сакаева таныштырып үтте. Төрлө жанрҙар үрелеп барған программала ауыл тарихын театрлаштырылған сара аша күрһәтте һәүәҫкәр артистар. республикабыҙҙа күренекле композиторҙарҙың береһе, тыумышы менән Урҙайбаш ауылынан булған Илдар Шәрипов та үҙ группаһы менән был фестивалдә ҡатнашты. Вәкил Баймурзиндың ҡурай моңдары концертҡа тағы ла йәм өҫтәне. Илдар Шәрипов Арыҫлан һәм Бүздәк ауылдарынна бағышлаған йырҙарын йырлап ишеттерҙе. Артистарҙың һәр сығышы дәррәү алҡыштарға күмелде.