+22 °С
Облачно
Новости
27 Сентября 2019, 09:33

Этнофест үтте

Августың матур бер көнөндә Туймазы ял паркында I асыҡ этнофестиваль үтте.

Августың матур бер көнөндә Туймазы ял паркында I асыҡ этнофестиваль үтте. Ул бер тында, шаулап-гөрләп үтте лә китте. Ҡала парҡы амфитеатрында үҙенә саҡырып дәртле музыка уйнай. Уға етәрәк “Тамға” ижади берекмәһе көсө менән тирмә ҡоролоп биҙәлгән, янында төрлө милләт халҡы үҙенең тәмле ризығын әҙерләй.

Йомшаҡ шешлек, хуш еҫле былау кеүек ризыҡтарҙан ауыҙ итергә мөмкин ине. Театрға инер алдынан ҡала халҡы һәм республика ҡунаҡтары сағыу күргәҙмә ҡарап ҡыуанды. Нимә генә юҡ унда! Туҙҙан үрелгән көнкүреш кәрәк-яраҡтары, сағыу төҫтәрҙән бәйләнгән кейем-һалым, күҙҙең яуын алып торған таштарҙан биҙәүес әйберҙәре тиһеңме, хатта милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫтәл тирмәләрен дә табырға була ине унда. Ә ниндәй байрам балһыҙ үтә?! Әлбиттә, хуш еҫен таратып ултырған үҙебеҙҙең бал фестивалдең йәме булды.

Бер майҙанда теләүселәр өсөн уҡтан атыу мөмкинселеге лә бар ине. Китапхана, клуб системаһы хеҙмәткәрҙәре лә был байрамға ныҡлы әҙерләнгән. Өфөнән, Силәбе өлкәһенән дә ҡунаҡтар килгән: виртуоз ҡубыҙсы Миңдеғәфүр Зәйнетдинов, Өфөнән Рөстәм Сит-диҡов, Силәбенән башҡорт кейем-һалымы, милли әйберҙәре менән ҡыҙыҡһынған Гөлнара Шафиҡова үҙҙәренең сағыу күргәҙмәһен тәҡдим итте.

Ҡалабыҙҙың һәүәҫкәр артистары, төрлө ансамблдәрҙә шөғөлләнгән балалар тарафынан әҙерләнгән бай концерт программаһы һәр кем күңеленә хуш килде. Амфитеатр халыҡ менән тулы ине. Күңелле көйгә бала-сағалар ҙа түҙеп ултыра алманы, рәхәтләнеп бейене. Күрше Октябрьский ҡалаһынан, Уруссунан, Шаран районынан туғандаш халыҡтарҙың сағыу сығыштары тамашаға йәм өҫтәне.

Был фестиваль республиканың 100 йыллығына бағышланды. Ҡала һәм райондың бер төркөм алдынғы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә юбилей дата уңайынан миҙалдар тапшырылды. Улар араһында йырсы-композитор А.Имаева, ветеран-журналистар М.Камалетдинов һәм Р.Гәрәев, китапхана селтәрҙәре мөдире Ә.Шәйҙуллина, мәҙәниәт бүлеге методисы Ә.Ғәбитова һәм башҡалар бар ине.

Фестивалгә төрлө конкурстар лауреаты “Арғымаҡ” этно-төркөмөнөң килеүе бер мәртәбә өҫтәне. Фестиваль юғары кимәлдә, шаулап-гөрләп үтте. Йәйҙең йәмле бер көнөндә уны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!
Читайте нас