-3 °С
Облачно
Новости
27 Августа 2019, 09:04

Инвалидлыҡ – тормош потенциалын файҙаланыуға кәртә түгел

Башҡортостан Республикаһы ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаларын

Добавить в предпочтительные источники Google

Башҡортостан Республикаһы ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаларын башҡарыусы Юрий Мельников Шаран районы муниципаль район хакимиәтендә граждандарҙы ҡабул итте. Осрашыуға Шаран ауылында йәшәүсе 1-се төркөм инвалиды Лилиә Ғәлина (фотола) ла килде.

Медучилищела өсөнсө курста уҡығанда, умыртҡа һөйәге һынып, Лилиә Ҡасим ҡыҙы инвалид коляскаһына ҡала, әммә был хәл уға мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыуға ҡамасауламай. Ул Мәскәүҙә «юриспруденция» белгеслеге буйынса вузды (МГСГИ) тик бишле билдәләренә тамамлай. Һуңыраҡ ҡыҙы тыуа. Ул уҡыуын дауам итә – курстарҙа маникюр һәм визажист-ҡаш яһаусы мастеры таныҡлыҡ ала, шулай уҡ атлас таҫмалар менән һүрәттәр сигеү буйынса курстарҙа уҡый.

Лилиә Ҡасим ҡыҙының талантлы эштәре ҙур уңыштар яулай – уның нәфис картиналары Өфө «Торатау» Конгресс-холында Каринэ Хәбирова башланғысы буйынса үткән «Әсәлек һәләттәрҙе аса» күргәҙмәһе өсөн һайлап алына!

Башҡортостан Республикаһы ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаларын башҡарыусы Юрий Мельниковҡа Лилиә Ғәлина үҙ кандидатураһын Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы эргәһендәге Йәмәғәт советының яңы составына индереү тәҡдиме менән килгән. Лилиә Ҡасим ҡыҙы әүҙем йәмәғәтсе булыр, тип ышанабыҙ. Сөнки ул сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләр тормошонда осраусы ауырлыҡтар һәм кәртәләр тураһында ишетеп кенә белмәй.
Читайте нас