Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының “Ағинәй” берләшмәһе шәжәрәләр тарихына бағышланған сара үткәрҙе. Ойоштороусы – 8-се мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы Зөлфиә Сафиуллина. Осрашыуға ата-әсәләре менән мәктәп уҡыусылары, башҡорттар Ҡоролтайы ҡала бүлексәһе, “Ағинәй” берләшмәһе, “Ынйылар” башҡорт ансамбле ағзалары йыйылды. Туймазынан “Шәжәрә” йәмғиәте төбәк вәкиле Марат Ғәйнетдинов бар ине.
Алып барыусы Зөлфиә Ғәйфулла ҡыҙы үҙ шәжәрәһе тураһында һөйләне, уға был уңайҙан 22-се мәктәптең унынсы синыф уҡыу-сыһы – улы Азамат ярҙам итте. Башҡарыусыларҙың һөйләп кенә ҡалмай, йыр ҙа һуҙыуы күңелле.
Тимур Исхаҡов әсәһе Резеда менән килгән. Тимур ҡобайыр башҡарҙы. Был – башҡорт фольклорының һәм ауыҙ-тел шиғри жанры, уның тураһында 14-се быуаттан уҡ билдәле. Халыҡ ҡобайырҙарҙы электән яратып тыңлай. Әйтергә кәрәк, Тимурҙың өләсәһе Фәри-ҙә Әминева – 4-се башҡорт гим-назияһының беренсе башҡорт теле уҡытыусыһы, БР-ның мәғариф алдынғыһы.
Нәргизә Усманова ғаиләһе менән Рәсәйгә Үзбәкстандан күсеп килгән. Шәжәрәһен тәрәнерәк өйрәнергә уйлағас, дәүләт архивына үтенес юлларға ҡарар итә. 1795 йылғы ревизия нигеҙендә нәҫелдәрендә башҡорт тамырҙары булыуы асыҡлана. Хәҙер Нәргизә шәжәрә төҙөй, туған башҡорт телен өйрәнә.
“Ағинәй” берләшмәһе ағзаһы Сәғиҙә Солтанғәлиева бындай осрашыуҙарҙы шәжәрәһе менән ҡыҙыҡһынған күмәк халыҡ алдында үткәрергә кәрәк, тине. Мәҫәлән, ата-әсәләр конференцияларында, өлкән синыф уҡыусылары менән осрашыуҙарҙа. Үҙ шәжәрәһен белгән кешеләр күп түгел. Боронғо шәжәрәләр, бигерәк тә XVI-XIX быуатҡа ҡарағандары, – үҙенсәлекле яҙма тарихи һәм мәҙәни йәдкәрҙәр ул. 1960 йылда “Китап” нәшриәтендә танылған ғалим
Р. Күзеевтың “Башҡорт шәжәрәләре” китабы сыға. Был йыйынтыҡта күләмле башҡорт ырыуҙарының 25 шәжәрәһе тасуирланған.
Сәғиҙә Солтанғәлиева сараның башҡорт телендә уҙғарылыуын, залдың матур биҙәлеүен, музыканы һәм бөтә ҡунаҡтарҙың да сарала әүҙем ҡатнашыуын билдәләп үтте.
Октябрьский коммуналь-төҙө-лөш колледжының башҡорт теле уҡытыусыһы Гәүһәриә Ғәзизуллинаға Усмановтар, Орунбаевтар, Сафиуллиндар ғаиләләре шәжәрәләре менән танышыу оҡшаған. Ул ойоштороусыларға эштәрен ошо рухта дауам итеүҙәрен теләне. “Шәжәрә” йәмғиәтенең төбәк вәкиле булараҡ, Марат Ғәйнетдинов бындай осрашыуҙарҙы башҡа мәктәп һәм уҡыу йорттарында ла уҙғарырға кәрәклеген, Зөлфиә Ғәйфулла ҡыҙының башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү тураһындағы йөкмәткеле сығышын билдәләне. Тәҡдимдәр иҫәбендә – йышыраҡ осрашырға, Фән академияһынан һәм “Шәжәрә” йәмғиәтенән төрлө йүнәлештәге белгестәрҙе саҡырыу яңғыраны.