+19 °С
Дождь
Новости
20 Августа 2019, 13:06

Көндәлек тормошта янғындарҙы иҫкәртеү – уртаҡ бурыс

БР Янғын хәүефһеҙлеге дәүләт ҡаҙна ойошмаһы янғын һүндереү бүлегенең янғындарҙы иҫкәртеү төркөмө инженерҙары халыҡ араһында профилактика саралары үткәреү әһәмиәтен аңлай.

БР Янғын хәүефһеҙлеге дәүләт ҡаҙна ойошмаһы янғын һүндереү бүлегенең янғындарҙы иҫкәртеү төркөмө инженерҙары халыҡ араһында профилактика саралары үткәреү әһәмиәтен аңлай. Тап шуға күрә, рейдтар үткәреү графигы сиктәрендә, июнь башында Кәкребаш ауыл советы ауыл биләмәһендә янғын хәүефһеҙлеген тикшереү буйынса сираттағы планға ярашлы профилактика рейды үтте.

Профилактика төркөмө иҫәбендә янғын һүндереү бүлеге, халыҡҡа йәмәғәт ярҙамы күрһәтеү, баланы аҫрамаға һәм тәрбиәгә тәғәйенләү ойошмалары, мәғариф идаралығы вәкилдәре эшләне. Был көндө профилактика рейды сиктәрендә төркөм ағзалары ишле балалы, имен булмаған ғаиләләр, яңғыҙ ҡарттар, тормошта ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләр йәшәгән йорттарҙы барлап-ҡарап сыҡты. Сараға Кәкребаш, Аблай, Туҡмаҡ-Ҡаран ауылы халҡы йәлеп ителде.

Был көндө профилактика төркөмө ағзалары йорттарҙы ҡараны, электр үткәргестәрен, мейестәрҙе тикшерҙе, халыҡ менән янғын хәүефһеҙлеге ҡәғиҙәләре тураһында профилактика әңгәмәһе үткәрҙе. Улар шулай уҡ халыҡты ҡыҙыҡһындырған бөтә һорауҙарға яуап бирҙе.

Рейд барышында янғындарҙы киҫәтеү инженерҙары 9 йортто ҡараны. Ауыл кешеләренә ҡабаттан һәм ентекләп көнкүрештәге ябай янғын хәүефһеҙлеге, шулай уҡ электр йылытҡысы йыһаздары һәм мейестәрҙән файҙаланыу ҡәғиҙәләре аңлатылды.

Янғын хәүефһеҙлеге өсөн бөтә аспекттарға ла иғтибар итеү зарур: ҡаҙанлыҡ ҡоролмалары, яғыу һәм электр йылытҡыстары эшсәнлеген күҙҙә тотоу мөһим. Электр селтәрҙәренә йөкләнеште арттырырға ярамай. Мунсалары мейес яғып йылытылыусы йорт хужаларына мейес ҡорғанда ла, уларҙан файҙаланғанда ла янғын хәүефһеҙлеге талаптары үтәлешенә иғтибар итеү зарур, – тип иҫкәртте ауыл халҡын янғындарҙы профилактикалау төркөмө инженеры Айрат Мортазин.

– Йортоғоҙҙа янғын сыҡмаһын өсөн, иҫке электр үткәргестәрҙе алыштырырға, электр селтәрҙәренә йөкләнеште арттырмаҫҡа кәрәк, беренсе сиратта розетка һәм һүндергестәрҙе ремонтла-ғыҙ йәки алыштырығыҙ, – тине өйөндә янғын хәүефһеҙлегенән тайпылыу осраҡтары теркәлгән Кәкребаш ауылы кешеһенә Айрат Нуретдин улы.

Ошо ауылда йәшәгән биш бала әсәһенә көнкүрештәге электр йылытыу приборҙарынан файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡәғиҙәләренән тайпылыу – янғындың киң таралған сәбәптәренең береһе булыуын иҫкәрттеләр.

Был ғаилә йәшәгән йортта үткән йыл аҙағында сабый тыуған. Бында янғын хәбәре ҡоролмаһы урынлаштырылды, бөгөн уның төҙөклөгөн тикшерҙек, – тине инженер Ләйлә Шәмсиева. – Янғындарҙа кешеләр беренсе сиратта ни сәбәпле һәләк була? Яныу продукттарынан ағыу-лана – быны статистика раҫлай. Кешеләр йоҡлай, янғын сығыуын һиҙмәй, ваҡытында уға тәьҫир итмәй. Фажиғәгә юл ҡуймаҫҡа йорттарҙа урынлаштырылған янғын хәбәре ҡоролмалары ярҙам итә ала. Улар кешеләрҙе янғын сығыу тураһында ваҡытында иҫкәртәсәк.

Тап шуға күрә 2016 йылдан республикала аҙ тәьмин ителгән ишле балалы ғаиләләрҙә, балалы һәм йәмәғәт күҙлегенән хәүефле шарттарҙа йәшәүсе ғаиләләрҙә түләүһеҙ нигеҙҙә ошо бәләкәй, әммә һөҙөмтәле йыһаздар урынлаштырыла. 2018 йылдан янғын хәбәре ҡоролмалары балаһы тыуған һәр ғаиләгә бирелә. Рейд барышында тап ошо ҡоролмаларға иғтибар ителде, уларҙың булыуы һәм төҙөклөгө тикшерелде. Был эш хисап өсөн генә үткәрелмәй – йыл башынан янғын хәбәре ҡоролмалары, ялҡынға бөтә бинаға таралырға ирек ҡуймайынса, бер нисә ғүмерҙе ҡотҡарып ҡалырға ярҙам итте.

Кәкребаш ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Рүзил Ғафаров (ул шулай уҡ янғындарҙы киҫәтеү төркөмө ағзаһы) бер йортта тәмәке еҫен һиҙеп, янғын сыҡмаһын өсөн өйҙә тәмәке тартмаҫка кәңәш итте.

Өйҙәрендә етешһеҙлектәр асыҡланған хужаларға уларҙан ҡыҫҡа ваҡыт эсендә арынырға күрһәтмә бирелде.

Автор фотоһы.

Читайте нас