+22 °С
Ясно
Новости
20 Августа 2019, 12:56

Барҙаға ла барҙыҡ беҙ...

Быйыл республикабыҙҙың оло юбилей йылы.

Быйыл республикабыҙҙың оло юбилей йылы. Сит өлкәләрҙә һәм төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ өсөн дә оло байрам булып тора был юбилей.

Пермь өлкәһенең Барҙа районы – милли төбәктәрҙең береһе. Ни өсөн нәҡ Барҙа районы ғына милли төбәк статусын яулаған һуң? “ Ерҙе һаҡлап ҡалыу, Ғәйнә иле барлыҡҡа килеү, кәм тигәндә, дүрт фактор менән бәйле: башҡорттарҙың аҫаба ере, Шермяит заводы дачаһы, милли интеллигенцияның көсө, совет хакимиәте ҡуйған милли хоҡуҡҡа,” – ти Барҙа төбәк музейы етәксеһе Альберт Мәхмүдов (“Башҡортостан” гәзите №75 –авт.)

Ни өсөн ошо район тураһында һүҙ бара, тип аптырамағыҙ. Июндә Бүздәк районы делегацияһы Пермь өлкәһенең Барҙа районында төбәк һабантуйында ҡатнашты. Беҙҙең район был һабантуйҙа күп милләт-ле, бай йолалы Башҡортостан Республикаһын күрһәтте. “Өмөт” халыҡ бейеүе ансамбле һәм “Заһиҙа” халыҡ фольклор ансамбле артистары Пермь өлкәһе губернаторы вәкилдәрен йыр, бейеү менән ҡаршы алды. Ҡунаҡтар шулай уҡ милли тирмәне ҡараны, төрлө ҡул эштәре, Башҡортостан ерлегендә үҫкән дарыу үләндәре күргәҙмәләре менән танышты, милли ризыҡтарҙан ауыҙ итте. Бигерәк тә ҡаҡланған ҡаҙ, ҡаҙы, ҡымыҙ һәм буҙа кеүек милли ризыҡтарыбыҙ, уларҙың рецептары буйынса һорауҙар күп булды. Шулай уҡ бында аҫалы балаҫ һуғыу, ҡорот, талҡан эшләү, талдан ситән, өй кәрәк-яраҡтары үреү, умарта үрсетеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолғайны.

Әйтергә кәрәк, ҡорот эшләү буйынса мастер-класс барыһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Сөнки ҡоротто быға тиклем ишетеп белгәндәр, уның күп төрлө итеп әҙерләү мөмкинлеге барлығын да аңлағандар. Ә был көндө ҡунаҡтар үҙ күҙҙәре менән оҫталарҙың нисек итеп тәмле һәм файҙалы ҡорот эшләгәндәрен күҙәтте.

Шулай уҡ байрам ҡунаҡтары-ның төрлө ҡул эштәрен, сувенирҙар һатып алыу мөмкинлеге лә булды.

Беҙҙең делегация шулай уҡ матур концерт программаһы ла әҙерләгәйне. “Дуҫлыҡ күпере” тип аталған программаны “Урал йөрәге” композицияһы менән “Өмөт” халыҡ бейеүе ансамбле асып ебәрҙе. Ынйы Ғәниева, Илфат Хәбиров, Римза һәм Рифҡәт Мөхәмәтйәновтар, “Заһиҙа” халыҡ фольклор ансамбле, Ратмир Ризванов, Фәниз Шәйәхмәтов, Айрат Шәймөхәмәтовтарҙың һәр сығышын халыҡ дәррәү алҡыштарға күмде. Ә инде ҙур сәхнәлә барған киң масштаблы концертта беҙҙең һәүәҫкәр артистар матур сығыш яһаны.

Шулай уҡ беҙҙең делегация Пермь һәм Татарстан Республикаһы делациялары менән берлектә милли парадта ла ҡатнашты.

Милли көрәш, армреслинг, ат сабышы кеүек ярыштар бик көсөргәнешле барҙы. Балалар өсөн төрлө аттракциондар ҙа эшләне.

Был көндө беҙҙең милли ихатала ҡунаҡтар бик күп булды. Улар араһында алыҫ Төркиәнән, Петропавловск-Камчатскийҙан, Пермдән, Санкт-Петербургтан ки-леүселәр ҙә бар ине. Һәм һәр кем үҙенең теләктәрен, рәхмәт һүҙҙәрен яҙып ҡалдырырға тырышты. Ә беҙ, иһә, Башҡортостандың көслө рухлы, юғары мәҙәниәтле халҡының йәшәйешен, сәнғәтен, йолаларын юғары кимәлдә күрһәтә алыуыбыҙ-ға шатландыҡ. Пермь өлкәһе һәм Барҙа районы етәкселегенә ошо байрамға саҡырыуҙарына рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Читайте нас