Абдулла ауылының матур тәбиғәт ҡосағында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» сағыу байрамы уҙҙы
Ул инде биш йыл рәттән ойошторола. Беренсе сараны үткәреү идеяһының авторы һәм башлап ебәреүсеһе – тыумышы менән ошо ауыл кешеһе, муниципаль район Советы депутаты Рәмил Дәүләтбаев.
Кеше тыуған урынынан нисек кенә алыҫ булмаһын, һәр ваҡыт үҙ төйәге тураһында уйлай. Был көндө Абдулла ауылы яҡташтар менән осрашыу урынына әүерелде. Ауылда тыуып-үҫкән, әммә инде күптән тыуған нигеҙҙәренә төрлө сәбәптәр арҡаһында ҡайтмаған кешеләр күҙендә шатлыҡ балҡыны. Был кешеләрҙе кесе ватан тураһында хәтирәләр һәм һағыныу йыйҙы, халыҡ бер-береһе менән ҡосаҡлашты, көлдө – йылылыҡ, дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ ептәре уларҙы берләштерҙе.
Был көндө Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштарға һәйкәл асыу тантанаһы ла булды. Унда район хакимиәте башлығы Илшат Райманов, Иҫке Турай ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Илмира Исламова, ҡунаҡтар һәм ауыл халҡы ҡатнашты. Барлыҡ сығыш яһаусылар ҙа обелиск төҙөлөшөнә ҡулдан килгәнсә өлөш индергәндәре, үҙ илебеҙҙең һәм тыуған төйәгенең яҡты киләсәге өсөн ғүмерҙәрен биргән ауыл халҡы тураһындағы иҫтәлектәрҙе һаҡлап ҡалыуҙа ярҙам иткән һәр кемгә ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Йыйылыусылар һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды, һәйкәл янына венок һәм сәскәләр һалды. Сарала ҡатнашыусылар шулай уҡ зәңгәр шыршы үҫентеләре ултыртты.
Байрам Ыҡ йылғаһы янында, һабантуй үткәреү урынында дауам итте. Йылы сәләмләү һүҙҙәре менән ҡунаҡтарға ауыл биләмәһе башлығы Илмира Әсхәт ҡыҙы мөрәжәғәт итте. Ул һуңғы бер нисә йылда ауылда бик күп яҡшы эштәр башҡарылыуын билдәләне:
– Хәтер йорто төҙөлдө, урындағы зиратты кәртәләп алыу эштәре булды, ауылға ингәндә стела урынлаштырылды, Абдулла ауылының кешеләре тураһында энциклопедия-китап сыҡты. Үҙ хеҙмәттәре менән ауылды, районды танытҡан һәр кемгә рәхмәт белдерәм, – тине Илмира Исламова.
Илшат Әмир улы һәм Илмира Әсхәт ҡыҙы ауыл үҫешенә һиҙелерлек өлөш индергән иғәнәселәргә иҫтәлекле бүләк һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Ә яуаплылығы сикләнгән «Мир» йәмғиәте етәксеһе Илмир Исламов хеҙмәт ветерандарына күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Ғәҙәттәгесә, ошондай байрамдар-ҙа өлкән йәштәге кешеләрҙе лә билдәләп үтәләр. Мәҫәлән, Нурмөхәммәт Шәриповҡа, Мәғдәнур Шәй-
ҙуллинға, Сәхибулла Камалетдиновҡа тиҙҙән 90 йәш, ә Зөбәржәт Махьяноваға 95 йәш тула.
Маҡтаулы ҡунаҡтар араһында
Р. Дәүләтбаевтың хеҙмәттәше Рәсәй Космонавтика федерацияһының башҡорт региональ бүлексәһе директоры Сергей Плюхов та бар ине. Ул Рәмил Рауил улын «Контр-адмирал Ю.И.Максюта» миҙалы менән бүләкләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, инициатор үҙе байрамда ҡатнаша алманы. Сергей Ивановичтың тағын бер миссияһы бар ине – Иҫке Турай ауылының балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютында булыу, уларға космонавтар ғаиләләре тарафынан йыйылған китаптар һәм уйынсыҡтар бүләк итеү.
Ҡунаҡтарҙың сығыштары концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Байрамға эстрада артистары Ләйлә һәм Рөстәм Ғәлиевтар, «Грация» шоу-дуэты саҡырылған ине. Күңел асыу саралары күп булды был көндө, сауҙа рәттәре эшләне, әммә иң мөһиме, һис шикһеҙ, яҡын кешеләр менән күрешеү, тыуғандар менән аралашыу иң ҡыуаныслыһы булды. Ауылдаштар осрашыуы халыҡҡа һәм ҡунаҡтарға онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар һәм күңелле кәйеф бүләк итте.