Өфөнөң «Ватан» этнопаркында «Samray show" тип аталған ҙур тамаша уҙҙы. Тамаша V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә ойошторолдо.
Был көндө сәхнәлә «Балалар Байығы» фестивале еңеүселәре үҙ сығыштары менән байрамдың ҡунаҡтарын һәм ҡоролтай делегаттарын ҡыуандырҙы.
Асыҡ һауа аҫтында барған киске тамашаны телевизор аша ла күрергә мөмкин ине: халыҡ БСТ һәм «Ҡурай» каналдарынан тура эфирҙа күҙәтте ошо матур һәм сағыу сараны.
«Байыҡ» республика бәйгеһе 2009 йылдан алып ойошторола. Был сараның популярлығы тураһында һәр сәнғәт кешеһе белә. Ә күптән түгел был бейеү фестивале халыҡ-ара статусҡа эйә булды. Быйыл бәйгелә Туймазы ҡалаһының 6-сы мәктәп уҡыусыһы Айнур Хөснөтдинов та ҡатнашты. Ул – «Сәфәр» бейеү ансамбле солисы. Өс йыл рәттән бейеү менән шөғөлләнә. Бәйгенең зона турынан һуң уға «Samray show" фестивалендә ҡатнашырға саҡырыу килә. Байрам ҡунаҡтарына Айнур казак бейеүе тәҡдим итте. Бейеүҙең хореографы – Дамир Ибраһимов, ансамблдең етәксеһе.
Айнур – «Байыҡ-2019» бәйгеһендә
3 йәштән 15 йәшкәсә башҡарыусылар араһында Гран-при яуланы. Еңеүсе таныҡлығын йәш бейеүсегә "Samray show" фестивале барышында "Ватан" этнопаркында тапшырҙылар.
Ысын күңелдән Айнурҙы һәм уның остазын – Дамир Ибраһимовты оло еңеү менән ҡотлайбыҙ! Алда һеҙҙе тағы ҙурыраҡ еңеүҙәр көтһөн. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ! Улар һеҙҙе алдағы ижадҡа дәртләндер-һен, ҡанаттар ҡуйһын һәм артабан ҙурыраҡ сәхнәләрҙе яуларға насип булһын.