Халыҡ-ара балалар уйындарын ябыу тантанаһында Туймазы спортсылары төбәк башлығы менән аралашҡан
53-сө Халыҡ-ара балалар уйындарында Туймазынан 18 спортсы ҡатнашты. Көндәре эстәлекле үтте уларҙың. Ләкин сағыу һәм иҫтә ҡалған ваҡиғалар иҫәбендә спорт ярыштары ғына түгел.
– Уйындарҙы ябыу ваҡытында эргәбеҙгә Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров килеп, лайыҡлы сығыш яһауыбыҙ менән ҡотлағас, беҙ һөйөнөсөбөҙҙән хатта телһеҙ ҡалдыҡ, – тип иҫкә ала 14 йәшлек волейболсы Аделина Ғәлләмова. Бергәләп фотоға төшөргә тәҡдим иткәс, бөтә арығанлыҡ юҡҡа сыҡты!
Радий Фәрит улы туймазы-лыларҙың тренерҙар штабы менән дә аралашҡан. Уҡыусыларҙы әҙерләгән өсөн остаздарына рәхмәт белдереп, ярыштарҙы ойоштороу һәм үткәреү уңайынан уларҙың фекерен һорашҡан. Хушлашыр алдынан егет-ҡыҙҙарға спорт менән айырылмаҫҡа кәңәш иткән.
– Районыбыҙ тарихында был беренсе генә Халыҡ-ара уйындар түгел, – тип билдәләне район Хакимиәтенең спорт бүлеге начальнигы Вячеслав Чернов. – 2015 йылда туймазылылар Нидерландияла үткән уйындарҙа ҡатнашты. Ул ваҡытта йөҙөүселәребеҙ биш миҙал яуланы. Быйылғы Уйындарға Халыҡ-ара спорт федерацияһы беҙгә еңел атлетика, волейбол һәм дзюдоға ғына квота бүлде. Әйтергә кәрәк, тап дзюдола миҙалдарға иҫәп тотҡан инек. Егеттәребеҙ һынатманы. Көмөш миҙал эйәһе Данил Миңнеғолов һәм бронза алған Шамил Ғимаҙиев Израиль, Ҡытай һәм Рәсәй спортсылары менән алышты. Ярыштарға уларҙы Марсель Хәбиров һәм Сергей Комиссаров әҙерләне.
– Бүләктәребеҙ күберәк тә булыр ине. Тәрбиәләнеүселәребеҙ физик яҡтан яҡшы әҙерләнгән, – ти дзюдосылар тренеры Марсель Хәбиров. – Ләкин кемдер рухи ҡаршылыҡты еңә алманы. Сөнки улар ошондай юғарылыҡтағы ярыштарҙа беренсе тапҡыр ҡатнашты. Был йүнәлештә эшләргә кәрәк.
Йәш туймазылылар ярыштар араһындағы тәнәфестәрҙә Тайвань, Словения, Канада, Ҡытай, Швеция спортсылары менән аралашыуын, билге һәм магниттар алмашыуын иҫкә алды. Балалар бер-береһе менән инглиз телендә һөйләшкән, сит телдән белемдәрен камиллаштырған.
– Уйындар юғары дәрәжәлә ойошторолған ине, – тине спортсылар. – Өфөгә килеп төшөү менән һәр беребеҙгә ямғырҙан һаҡлаусы плащ тотторҙолар. Уйындарҙа ҡатнашыусылар өсөн Өфө буйлап ойошторолған сәйәхәттәр ҙә күңелгә хуш килде. Ҡаланың барлыҡҡа килеү тарихы, Салауат Юлаев тураһында һөйләнеләр. Беҙ баш ҡалала йыш булабыҙ. Уның тураһында күп әйбер беләбеҙ кеүек ине. Ләкин был экскурсияларҙан һуң барыһына ла башҡа күҙлектән ҡарай башланыҡ.