+17 °С
Облачно
Новости
13 Августа 2019, 12:08

2019 йыл – Театр йылы

Республика театрҙары яңы миҙгелгә 9 премьера әҙерләй.

Республика театрҙары яңы миҙгелгә 9 премьера әҙерләй. Спектаклдәр «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты буйынса ҡуйыла. Исемлектә Стәрлетамаҡ, Салауат, Туймазы, Сибай, Өфө театрҙары бар. Уларға дәүләттән 57 миллион һум бүленде.

«Был аҡса яңы спекталдәр ҡуйыу өсөн кәрәкле ҡорамалдар алыу, кейем тегеү һәм башҡа кәрәк-яраҡтарға тотонола», – тине ойоштороусылар.

Бынан тыш, театрҙарға гастролдәр өсөн автобустар бирелде.
Читайте нас