Июнь башында Екатеринбургта Урал федераль округының Әҙәби премияһы лауреаттарына һәм номинаттарына билдәләр, дипломдар тапшырыу тантанаһы уҙҙы.
Бүләкләү тантанаһында сығыш яһап, беренсе урынбаҫар Борис Кириллов Әҙәби конкурс лауреаттарын, номинаттарын һәм ҡатнашыусыларын Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Николай Цуканов исеменән ҡотланы.
Быйыл Президенттың тулы хоҡуҡлы вәкиле башланғысы менән йомғаҡлау сараһы Екатеринбургта Беренсе Урал мәҙәни форумы барышында уҙҙы, тип билдәләне ул.
«Проза» номинацияһында лауреат исеменә беҙҙең яҡташ, Ҡандра ауылында тыуған Камил Йыһаншин лайыҡ булды. Ул «Ҡононоң кире ҡайтыуы» тигән повестар йыйынтығы өсөн дип-
лом һәм алтын билдә менән бүләкләнде.
Конкурс һигеҙенсе тапҡыр ойошторолдо, ләкин Башҡортостан вәкиле тәүге тапҡыр билдәләнде.