+13 °С
Ясно
Новости
1 Августа 2019, 14:31

Киләсәккә маҡсаттар ҡуйып

Минең ғаиләм 4 кешенән тора: атайым Радик, әсәйем Эльвира, һеңлем Эльвина һәм мин – Айнур Хөснөтдинов. Башҡортостанымдың гүзәл төбәктәренең береһе – Туймазыла тыуғанмын. Тамырҙарым Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылына барып тораша.

“Картаға ҡарап, еремде

Бер япраҡ саҡлы, тинем.

Мин хайранмын киңлегеңә

Башҡортостаным, илем,” тип һоҡланып яҙған бөйөк шағир Мостай Кәрим. Шулай, һәр кемдең тыуған яғы, тыуған йорто, ғаиләһе бар. Һәр кемдең тормошо тыуған тупһанан башлана.

Минең ғаиләм 4 кешенән тора: атайым Радик, әсәйем Эльвира, һеңлем Эльвина һәм мин – Айнур Хөснөтдинов. Башҡортостанымдың гүзәл төбәктәренең береһе – Туймазыла тыуғанмын. Тамырҙарым Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылына барып тораша. Унда минең туғандарым, яҡындарым йәшәй.

Миңә 14 йәш. Ҡаланың 6-сы мәктәбендә белем алам. Яҡшы уҡыйым. Күп ваҡытымды спорт залдарында үткәрәм, бассейнға йөрөйөм, еңел атлетика, футбол менән шөғөлләнәм. Шуға күрәлер, быйыл ГТО нормативтарын тапшырып, алтын билгеһенә лайыҡ булдым. Спорт ул – тормош, йәшәүгә дәрт, көс бирә.

Спорт – ул бейеү ҙә. Мин бик бейергә яратам. Бына нисә йыл инде өлгөлө “Сәфәр” бейеү ансамблендә шөғөлләнәм. Ансамблдең солисымын. Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә – Түбәнге Новгородта, Ҡазанда, Мәскәүҙә булып, призлы урындар ғына яуланыҡ. Тиҙҙән Абхазияға йыйынабыҙ, унан ҡайтҡас, мине “Байыҡ” көтә. Был конкурсҡа ныҡлы әҙерләнеп, сыбыртҡы менән бейеү тәҡдим иттем.

Ә ошо айҙа М.Кәримдең “Өс таған” әҫәре буйынса ҡуйылған фильмда малай ролен тауышландырыу буйынса ойошторолған кастингта ла ҡатнашып, ыңғай баһа алдым. Ләкин алыҫҡа гастролгә сығыу сәбәпле, эшем туҡтап тора. Режиссёр Айнур ағай Асҡаров киләсәктә тағын осрашасағыбыҙҙы белдерҙе.

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, үҙемде музыкаль яҡтан да һынап ҡарайым. Ҡумыҙға һөйөүҙе уҡытыусым Гөлмирә Йәмил ҡыҙы Бикбулатова уятты. Ҡумыҙ сиртеү күңелгә тыныслыҡ бирә бит ул. Музыка мәктәбенә йөрөп ҡурайҙа ла уйнарға өйрәнеп алдым. Инде үҙемде ысын башҡорт егете тип хис итәм!

Һәр кемдең күңелендә үҙе генә теләгән хыялы була. Минең дә бар ҙур теләгем. Мәктәпте уңышлы тамамлап, Р.Нуриев исемендәге колледжда белем алырға теләйем. Киләсәктә бейеүсе булғым килә.

Ошо хыялдарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ҙур тырышлыҡ кәрәклеген яҡшы беләм. Тырышып уҡырға, спорт менән шөғөлләнергә, төрлө түңәрәктәргә йөрөп, үҙеңде һәр яҡлап һынап ҡарау, асыу мөһим. Тиҫтерҙәремде лә әүҙем булырға, ныҡлы маҡсаттар ҡуйып алға ынтылырға саҡырам. Гүзәл Башҡортостаныбыҙҙы данлар, уны киләсәктә күтәрер ҡыҙҙар, егеттәр бит беҙ!
Читайте нас