+15 °С
Дождь
Новости
1 Августа 2019, 14:29

“Дуҫтар” ансамбле

“Алтын тирмә”лә ҡунаҡта

“Алтын тирмә”лә ҡунаҡта

Ҡандра мәҙәниәт һәм спорт йорто “Дуҫтар” ансамбле, Дуҫлыҡ мәҙәниәт йорто вәкилдәренән торған ижади төркөм Башҡортостан Юлдаш телеканалындағы “Алтын тирмә” телевикторинаһында сығыш яһаны.

Салауат районынан килгән “Шәңгәүер” ансамбле менән зирәклектә алышты улар. Һорауҙар республикабыҙ тарихы һәм мәҙәниәтенә ҡағылды. Беҙҙең командабыҙ һынатманы. “Дуҫтар” һәм “Шәңгәүер” ансамблдәренең сығыштары иһә программаға йәм өҫтәне.

Программала дуҫтарса, йылы мөхит хакимлек итте. Уйын 1:1 мәрәй менән тамамланды. Беҙ бер-беребеҙгә, программаның хеҙмәткәрҙәренә бүләктәр ҙә алып килдек. Салауат районы командаһы беҙгә исемләнгән магнит сувенир һәм сәй бүләк итте. Беҙ уларға икмәк һәм сәк-сәк тапшырҙыҡ. Программала ҡатнашыуыбыҙға шатбыҙ.

Телевидение бинаһы эсендә экскурсияла ла булдыҡ. Тәьҫораттарға байып ҡайттыҡ, – тине Дуҫлыҡ мәҙәниәт йорто етәксеһе Әлфирә Ситдиҡова.
Читайте нас